Башҡорт булһынмы, татар булһынмы, халыҡ барыбер ҙә талантлы инде беҙҙә. Бына илдәге бен... — 23 июля 2026 г. в 03:42:09.182
Башҡорт булһынмы, татар булһынмы, халыҡ барыбер ҙә талантлы инде беҙҙә. Бына илдәге бензин менән булған хәлдәргә Татарстан Аҙнаҡайынан Хәлиҙә Ғәлимова таҡмаҡ сығарып та ҡуйған. Заправкала сиратта торғанда сығарғандыр инде. Барыбер ҙә рәхмәт уға. Бына шул таҡмаҡты башҡортсаға яраҡлаштырҙым. Әйҙә, сиратта торғанығыҙҙа таҡмаҡ әйтеп, ваҡытығыҙҙы күңелле үткәрегеҙ, нервығыҙҙы һаҡлағыҙ. Сафия таҡмаҡтары Иҙәнегеҙ тигеҙ икән, Паркет йәйҙегеҙме әллә, Машинағыҙ гел күренмәй, Йәйәү ҡалдығыҙмы әллә. Ҡушымта: Сафия, ҡара әле, Һеҙҙә бензин бармы әле? Кемдер – алға, ә беҙ артҡа Кире барабыҙмы әле. Кеше әйтһә, ышанмаҫһың Был илдәге хәлдәргә. Буш бензобак тотоп ҡалдыҡ, Һатып башҡа илдәргә. Сафия, ҡарале, Илме әллә тарала? Һыу буйы сираттар тора Беҙҙә ҡайҙа ҡарама. Белмәйбеҙме, эй, йәмәғәт, Беҙ ҡай тараф барабыҙ? Былай булһа, оҙаҡламай Ыштанһыҙ ҙа ҡалырбыҙ. Өҫтәгеләр аҡса ала Көрәктәр менән көрәп. Меҫкен халыҡты ҡуйҙылар Кәкере ҡайынға терәп. Кибеттәге хаҡҡа ҡарап Йөрәккә сердце була. Түләүҙәр түләгән беҙҙең Кеҫәләрҙә шиш ҡала. Көн дә байрам, ҡайҙа барма Йырлайҙар ҙа бейейҙәр. Шул хәлдәрҙә байрам иткәс, Беҙме әллә тилеләр? Бөтөн ергә нефть һаттыҡ, Һумға түгел, тиндәргә. Бына бөгөн ҡалдыҡ инде Йәйәү атлап бейергә. Көлөргәме, иларғамы Был илдәге хәлдәргә. Башты тырнап ултырамын Мин әле был мәлдәрҙә. Иҙәнегеҙ тигеҙ икән, Фанер йәйҙегеҙме әллә, Ҡайҙа барарға белмәйсә Баҫып торбыҙмы әллә. Сафия ҡарале, Алда ниҙәр бар әле. Был халыҡҡа тағы ниҙәр Күрәһеләр бар әле. 🖊️Фәрит Мортаев сәхифәһенән

