Яраланған яугир тыуған яғында көс йыя — 15 июля 2026 г. в 04:05:59.372
Яраланған яугир тыуған яғында көс йыя Өләсәй тәрбиәһендә үҫкән герой. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Гроза» ҡушаматлы яугир бер нисә көнгә Хәйбулла районына ҡайтҡан. Алғы һыҙыҡта яраланған десантсы өләсәһенең һөйөүе һәм атаһының хәстәре менән тиҙерәк аяҡҡа баҫырға йыйына. Электрик һөнәрен үҙләштергән яҡташыбыҙ дуҫ-иштәре кеүек әрме сафында хеҙмәт итергә ниәтләй. Әммә һаулығы буйынса саҡырылмай ҡала. 2024 йылда ул Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана.

