Хәйбулла районынан алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар колонна оҙатылды.
Хәйбулла районынан алғы һыҙыҡҡа сираттағы гуманитар колонна оҙатылды. Аҡъярҙа махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәүсе яҡташтарға ярҙам йөгө тейәлде. Уның составына: ике УАЗ автомобиле, мотоцикл, автомобилдәрҙең покрышкалары һәм кәрәкле запас частары, төҙөлөш материалдары һәм посылкалар инде. «Һәр ошондай ылау — ул ирекмәндәрҙең һәм илдә барған хәлдәргә битараф булмаған граждандарҙың уртаҡ эше һөҙөмтәһе. Беҙ егеттәребеҙ алдында түләп бөткөһөҙ бурыслы һәм уларҙың хәрби рухын күтәрергә, көнкүреш шарттарын еңеләйтергә мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, - тип белдерҙе социаль селтәрҙә Хәйбулла районы етәкселеге.