🥒Томат һутында ҡыяр — 23 июля 2026 г. в 18:37:41.898
🥒Томат һутында ҡыяр Ҡышҡылыҡҡа былай әҙерләһәң, ҡыярҙар кетерләп кенә тора, еңелсә әсе лә була. Үҙегеҙгә лә, күп ҡунаҡтарға ла оҡшаясаҡ. 📝 1 литрлыҡ банкаға кәрәк: 🥒 Ҡыяр – яҡынса 600–700 г 🍅 Томат пастаһы – 2 аш ҡалағы 🧄 Һарымһаҡ – 2–3 теш 🌶️ Әсе борос – бәләкәй генә киҫәк (йәки бер семтем киптерелгәне) 🌿 Укроп зонтигы – 1 🍃 Керән (хрен) япрағы – ярты япраҡ ⚫ Ҡара борос – 5 бөртөк 🍂 Лавр япрағы – 1 🥣 Маринад өсөн (1 литр һыуға): 🧂 Тоҙ – 1 аш ҡалағы 🥄 Шәкәр – 2 аш ҡалағы 🍶 9% аш һеркәһе – 50 мл 👩🍳 Әҙерләү тәртибе: 1️⃣ Ҡыярҙарҙы йыуып, осон киҫегеҙ ҙә 1–2 сәғәт һалҡын һыуҙа тотоғоҙ. 2️⃣ Стерилләнгән банканың төбөнә укроп, керән япрағы, һарымһаҡ, әсе борос, ҡара борос һәм лавр япрағын һалығыҙ. 3️⃣ Өҫтөнә ҡыярҙарҙы тығыҙ итеп урынлаштырығыҙ. 4️⃣ Ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып 10–15 минут тотоғоҙ. 5️⃣ Һыуҙы кәстрүлгә бушатып, томат пастаһы, тоҙ һәм шәкәр өҫтәгеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тағы 5 минут тотоғоҙ. 6️⃣ Уттан алғас, аш һеркәһен ҡойоп болғатығыҙ🥄. 7️⃣ Эҫе маринадты банкаларға ҡойоп, стерилләнгән ҡапҡастар менән ныҡ итеп ябығыҙ. 8️⃣ Банкаларҙы түңкәреп, йылы итеп төрөгөҙ һәм тулыһынса һыуығансы ҡалдырығыҙ. 9️⃣ Һуңынан һалҡынса урында һаҡлағыҙ.(инет селтәренән алынды)

