🩵 Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы командаһы яңы белгес менән тулыланды! Ярат фельдшер-аку... — 23 июля 2026 г. в 15:18:40.840
🩵 Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы командаһы яңы белгес менән тулыланды! Ярат фельдшер-акушерлыҡ пунктында йәш белгес, ФАП мөдире Хәсәнов Фаяз Фәрит улы эш башланы. Йәш белгес һәр пациентҡа иғтибарлы һәм яуаплылыҡ менән ҡарай, бурыстарын намыҫ менән үтәй. 🎓 Фаяз Фәрит улы Сибай медицина колледжында «Дауалау эше» специальносы буйынса белем алған. Изге һөнәрҙе ул осраҡлы рәүештә түгел, күңеле ҡушыуы буйынса һайлаған. Йәш белгес әйтеүенсә, медицина менән ҡыҙыҡһыныуы уға бала саҡтан килә. Ул һәр ваҡыт кешеләргә файҙалы булырға, хәстәргә мохтаждарға ярҙам итергә теләгән. 🏡 Фаяз Фәрит улы I Этҡол ауылында тыуған, шунда бала сағы үткән, ошонда ул мәктәпте тамамлаған. 🩺 Бөгөнгө көндә ФАП мөдире — ул медицина ойошмаһының ябай хеҙмәткәре генә түгел, ә халыҡҡа көн һайын сәләмәтлек мәсьәләләрендә ярҙам күрһәтеүсе, профилактик эш алып барыусы һәм кәрәкле медицина ярҙамы күрһәтеүсе белгес. Егет буш ваҡытында ул спорт менән шөғөлләнә, спидкубинг менән мауыға һәм рэп-композициялар яҙа. 🧩 Көсөргәнешле сменанан һуң ул ҡулына Рубик кубигын ала йәки яңы трек өҫтөндә эшләй — шулай итеп ял итә, көс туплай. 💯 Йәш белгестең ауыл ерендә эшкә өҫтөнлөк биреүе һәм тыуған яҡтарына ҡайтыуы маҡтауға лайыҡ. 🏥 Нәҡ шундай инициативалы, битараф булмаған һәм үҙ эшенә тоғро белгестәр район һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә ярҙам итә һәм халыҡтың ышанысын нығыта. 🌟 Фаяз Фәрит улына һөнәри юл башында уңыштар теләйбеҙ!

