📌 ZAINETDIN Мәскәүҙә "Рәсәй креатив аҙнаһын" фестиваль-форумында ҡатнашҡан.
📌 ZAINETDIN Мәскәүҙә "Рәсәй креатив аҙнаһын" фестиваль-форумында ҡатнашҡан. Бында Рәсәйҙең 81 төбәгенән һәм 15 сит илдән 3500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Креатив индустрияларҙы үҫтереү тураһында фекер алышыу ойошторолған. Башҡортостандан Заһир Зәйнетдинов барған. Ул Мәҙәни башланғыстар Президент фонды ярҙамында милли музыканы һаҡлау һәм үҫтереү тураһында һөйләгән.