💍Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә тағы ла бер яңы ғаилә барлыҡҡа килде.
💍Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә тағы ла бер яңы ғаилә барлыҡҡа килде. Ансамблдең балет артистары Мораҙым Әлибаев һәм Миләүшә Айытҡолова яңы ижади миҙгелде ир менән ҡатын статусы менән ҡаршы аласаҡ. Йәштәр инде 10 йыл бергә. Уларҙың мөнәсәбәттәре тыуған ауылы - Баймаҡ районының Иҫке Сибайҙа уҡ башлана. Унда Мораҙым һәм Миләүшә бергә үҫеп, уҡып, бергә бейеп киләсәктәренә юл ала. «Беҙҙең хаҡта иң ҡыҙыҡлы факт — беҙ был юлды тулыһынса тиерлек бергә үттек», — тип таный Миләүшә Айытҡолова. — Бергә хаталарыбыҙҙан өйрәндек, төрлө хәлдәрҙә бер-беребеҙгә терәк булдыҡ, бергә Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжын тамамланыҡ. Бөгөн беҙ ғаилә генә түгел, ә коллегалар ҙа — яратҡан Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамблдә эшләйбеҙ». Йәш парға йылдар буйына һыналған мөхәббәттәре сәхнәлә лә, тормошта ла яңы үрҙәргә алып барһын❤