Хәйбулла районында бынан бер нисә йыл элек "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә Әбеш ауылынд...
Хәйбулла районында бынан бер нисә йыл элек "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә Әбеш ауылында башланғыс алған "Өләсәйҙәр мәктәбе" проекты уңышлы дауам ителә. Бөгөн районыбыҙҙың төрлө ауылдарында ошо проект сиктәрендә оло быуын вәкилдәре балаларға онотола барған боронғо шөғөлдәрҙе өйрәтә. Ҡорама ҡорау — халҡыбыҙҙың борондан килгән матур һәм файҙалы милли шөғөлдәренең береһе. Элек уға мохтажлыҡ һәм етешһеҙ тормош мәжбүр итһә, хәҙер был сәнғәт төрө йортто биҙәй, оҫталыҡты күрһәтә һәм милли мираҫты һаҡлай. Был шөғөлдө өләсәйҙәребеҙ быуындан-быуынға тапшырып килә. Һәр кешенең үҙенә күрә яратҡан шөғөлө, мауығыуы йәки һөнәре була. - Яраткан эшем миңә көн дауамында ял бирә, рухи көс өҫтәй,- ти Һаҡмар-Наҙарғол ауылының оло ағинәйе Ләлә Солтанморат ҡыҙы Дәүләткилдина. Ләлә инәй бик оло булыуына ҡарамаҫтан ҡорама ҡорау менән булыша. Был яратып башҡарған эше менән 5-6 йыл шөғөлләнә. Бөтә күңелен биреп эшләгән түшәктәрен балаларына, туғандарына, мәсеттәргә, килгән ҡунаҡтарға бүләк итеп шунан рухи ҡәнәғәтлек, бәхет тойғоһо ала. Ауылдың ҡыҙҙары Ләлә инәйгә ҡорама ҡорау буйынса "Өләсәйҙәр мәктәбенә" барғандар. Һәр этапты тәртибе, рәте менән бик аңлайышлы итеп өйрәтеп, ҡыҙҙар һәр эште бик ихлас ҡыҙыҡһыныу менән башҡарғандар. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, Ләлә инәй һәм Филүзә апай әҙерләгән тәмле сәй менән һыйланып таралышҡан балалар. Ҡыҙҙар өсөн файҙалы эш киләсәктә бик кәрәк буласаҡ тигән изге теләктәбеҙ. 🖊️мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән