✅Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 5-7 йә...
✅Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 5-7 йәшлек кескәйҙәргә тәғәйенләнгән уҡыу комплекстары сығарҙы. 📍Ундағы сағыу һүрәттәр авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билалова, шул һүрәттәрҙе стендарға урынлаштырыусы рәссам - Майя Ҡәйүмова, проект етәксеһе - Башҡортостадың халыҡ шағиры, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина. 👇Һәр әсбап түбәндәге өлөштәрҙән тора: - этномәҙәни компонентлы 10 сағыу сюжетлы һүрәттәр; - тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн методик ҡулланмалар; - дәрес үткәреүҙә ярҙам булырҙай конспекттар. ✨Шулай уҡ был материалдар электрон вариантта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сайтында ла бар. Был комплекттар республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларына тапшырылды. 📍Шул иҫәптән, Сибай ҡалаһы ла 4 комплектҡа эйә булды. "Тере һүҙ" проекты менән бергә хәҙер "Тирмәкәй", "Аленушка", "Тейенкәй", "Әкиәт" балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү күпкә еңел буласаҡ! Үткән аҙнала ҡалабыҙҙа Урал аръяғы инвестицион һабантуй сараларында Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Эльвира Аиткулова "Аленушка" балалар баҡсаһында булып, эшмәкәрлектәре менән танышты. 💯Яңы әсбап тел өйрәтә! Шуға күрә, тәрбиәселәр, ата-әсәләр, педагогтар өсөн баланы үҙ телен белгән, яратҡан шәхес итеп тәрбиәләүҙә ул төп ярҙамсы ла булыр тиган ышаныстабыҙ.