ЖӘЛИЛ ХӘҘРӘТТӘН АҠЫЛЛЫ ФЕКЕРҘӘР
ЖӘЛИЛ ХӘҘРӘТТӘН АҠЫЛЛЫ ФЕКЕРҘӘР ✍ Өйләнгәс, гөл баҡсаһы тирәһендә йөрөгән ТЕЛ һарайға күсә. 😄 ✍ Атай-әсәй балаһы өсөн утҡа ла инә, тиҙәккә лә инә. ✍ Улыңды килен менән бүлешмә! Тулыһынса киленеңә тапшыр — ул хәҙер һинеке түгел инде. Аллаһу әкбәр!!! ✍ Һәр ҡатын-ҡыҙҙың эсендә аждаһа — йыртҡыс та, фәрештә лә йәшәй. Ҡайһыһын уятаһың — шуның менән йәшәйһең. 😄 ✍ Ата-әсә миллионға торошло ҡыҙҙарын кейәүҙең өс тинлек балдағына алданып, биреп ебәрәләр инде.