Кеше хәҙер етеш йәшәй, өй беренсә тип әйтерлек иномарка машиналар, ҡатындарҙа яһалма ке...
Кеше хәҙер етеш йәшәй, өй беренсә тип әйтерлек иномарка машиналар, ҡатындарҙа яһалма керпек-ҡаш, ирен-тырнаҡтар, йөҙҙәренә ботокс яһатылған. Хәҙерге илле йәшлек ҡатындарҙы етмешенсе йылдарҙағы элекке илле йәшлектәр менән сағыштырһаң, ер менән күк араһы, өләсәймен тигәндәргә лә утыҙҙан артыҡты биреп булмай. Бик һәйбәт, бик мәслихәт, ә балалар нисек үҫәләр? Магазиндән алынған шаурма ашап, заказға алынған роллылар тәмләп, чипсы кетерләтеп, чупик имеп; магазиндәрҙә полуфабикат һатыла, көнө буйы эшләгәндәр арыйҙар, бешеренгәндәр бик һирәк, өйҙә көнөнә бер тапҡыр аш яраштырһалар бик һәйбәт әле. Тулыраҡ:https://ataisal.com/articles/feker/2026-08-18/k-s-g-n-n-as-an-k-nt-y-et-4785764