16 сентябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры артистары тағы бе...
16 сентябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһенең «Сулпан» балалар театры артистары тағы бер премьера менән ҡыуандырасаҡ🎭 Был юлы режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов балалар өсөн «ВОВКА әкиәт илендә» музыкаль спектакленең яңы версияһын тәҡдим итә. «Барыһы ла үҙенән-үҙе эшләнһен» тип хыялланған Вовканы хәтерләйһегеҙме? Тамашасылар герой менән бергә әҙәбиәтте ятлау урынына, китап геройҙары терелә торған серле китапханаға эләгә. Унда Вовка ниндәй мажараларға эләгә икәнен, килеп күрегеҙ! 🖊️мәғлүмәт Сибай концерт-театр берекмәһе сәхифәһенән (6+)