"ЙӨРӘК МИСӘҮҘӘРЕ"
"ЙӨРӘК МИСӘҮҘӘРЕ" 29 сентябрҙә — Йөрәк көнө билдәләнә икән. Йөрәк тигәндән, бер ваҡиға иҫкә төштө. Бер саҡ йөрәк сәнсеп йөрөй инем, Мостай ағай осрап, нишләп бойоҡ йөрөүемде һорашҡайны, мин: —Йөрәк ауыртып тора әле,—тигәйнем,ағай: —Ауыртһын, ауыртмаған йөрәк йөрәк түгел ул, — тигәйне. ...Рәхәтләнеп көлдөм дә, йөрәк сәнсеүе лә бөттө. Үҙем йөрәге ауыртҡан кешегә күберәк йәйәү йөрөргә тәҡдим итер инем. Баҡтиһәң, кешенең билдән түбән өлөшөндә 600-ләп ҡан тамыры (капиллярҙарҙы һанамағанда) булып, атлаған саҡта уларҙа ҡан ағымы шәбәйеп, йөрәккә ял була икән. Образлы итеп әйткәндә, йөрәк төпкә егелгән ат булһа, ике аяғың мисәүҙәге ике атыңа әүерелә. Мисәп еккәндә ат арымай, береһе һөйрәгәндә, икенсеһе ял итә — белегеҙ! "Мең дә бер күҙәтеүем"яҙмаларынан 1094-се күҙәтеү 🖊️Әхмәр Үтәбай