Ебәк сәсен һирбеп ебәрҙе лә,
Ебәк сәсен һирбеп ебәрҙе лә, Тау артынан ҡояш күренде. Алтын нурҙар күккә бәрелде лә Ергә ынйы булып ҡойолдо. Туғай яңғыратып ат кешәнәне, Тертләп ырғып торҙо ҡолондар. Сыңғырап тә китте еҙ ҡыңғырау, Үргә күтәрелде томандар. Аттар бауырынан үлән кисә, Тәмле еҫен бөркә ҡуҙғалаҡ. Ысыҡ һыуын эсеп эсе ташҡан, Сиңерткәләр саҡ-саҡ ҡуҙғала. Нимәнәндер өркөп ҡыуаҡлыҡтан Корҙар күтәрелде борхолдап. Туғай яңғыратып бүҙәнәләр Хәбәрҙәрен һөйләп бытбылдап. Йылға өҫтөн балыҡ һыҙып үтте, Тулҡынданып ҡуйҙы тын ятыу. Талдар ҡамыштарға серен һөйләй, Ғәжәп бер мөғжизә таң атыу. 🖊️Әкрәм Ҡәйепҡолов