Кеше ғүмере—ҡыҫҡа, әммә уның эҙе мәңгелек. Ауылыбыҙҙың ихтирамлы, асыҡ йөҙлө, һәр саҡ я...
Кеше ғүмере—ҡыҫҡа, әммә уның эҙе мәңгелек. Ауылыбыҙҙың ихтирамлы, асыҡ йөҙлө, һәр саҡ ярҙамға әҙер торған кешеһен—Абрар Ғәйнетдин улы Мәхмүтовты һуңғы юлға оҙаттыҡ. Абрар ағай минең өсөн бала саҡтан уҡ яҡын кеше ине. Күршебеҙ һәр осрашҡан һайын миңә «Көлнәпис» тип өндәшеп, шаяртып үтә ине. Иптәшем Рәдиф махсус хәрби операцияға юлланғанда, күптәр аптырап: «Башына тай типкәнме ни?» тип ҡарағанда, ул: «Һеңлекәш, ҡайғырма, һәр кем үҙ юлын үҙе һайлай»,—тип йыуатҡайны. Ул үҙе лә шул юлды—ил һаҡсыһы юлын һайланы. Тулыраҡ сайтта:https://ataisal.com/articles/zamandash/2026-09-24/olatay-ar-yulynan-4825030