Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Ҡояшлы" ( "Солнечный" ) сауҙа-сервис үҙәгендәге ҙур янғында өс ...
Стәрлетамаҡ ҡалаһының "Ҡояшлы" ( "Солнечный" ) сауҙа-сервис үҙәгендәге ҙур янғында өс бер туған апалы-һеңлеле ҡыҙҙар һәләк булды😓 Бөгөн ҡыҙҙар әсәләренең тыуған көнөнә бүләк һайлау өсөн сауҙа үҙәгендә осрашырға килешкән — әсәләренең тыуған көнөнә бер- нисә көн генә ҡалған булған. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, уларҙы апалы-һеңлеләрҙең береһенең ире алып килгән. Ир кеше хәҙер ҡаты шок хәлендә, уның менән табиптар эшләй. Бер туған өс ҡыҙҙың, янған «Солнечный» сауҙа үҙәгендә бәләкәй генә ғаилә ательеһы булған. Ҡыҙҙар кейем тегеү менән шөғөлләнгән.