🔥Башҡорт моңо донъяны яулай
🔥Башҡорт моңо донъяны яулай Кипр исеменән сығыш яһаған йәш фигурасы Оливия Базлова үҙенең программаһы өсөн башҡорт композицияһын һайлаған. Күнекмәгә китеп барғанда Оливия радионан AY YOLA төркөмөнөң «Homay» йырын ишеткән һәм шунда уҡ боҙҙа һынап ҡарарға теләгән. Хореограф Елена Мухина был фекерҙе хуплаған, бер күнекмәлә үк был йырға программа әҙерләп ҡуйған. Сығыш өсөн махсус башҡорт орнаменттары менән костюм тегелгән. Юниорҙар Гран-при этабында Оливия дөйөм иҫәпләүҙә 7-се урынды алды (ҡыҫҡа программа өсөн 54,33 балл һәм ирекле программа өсөн 109,51 балл). Бындай йәш спортсмен өсөн был иң көслө унлыҡҡа инеү. Элегерәк фигурасы был программа менән Гданьскиҙа ла сығыш яһаған.