✨Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Баймаҡ районының Йомаш ауылында байрам йәрмин...
✨Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Баймаҡ районының Йомаш ауылында байрам йәрминкәһе ойошторолдо. Йомаш ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Барый Миннибаев сара барышында байрам менән ҡотлап үтте һәм Яҙгөл Мөхтәр ҡыҙы Барлыбаеваға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан бирелгән маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы. Йәрминкә барышында ауыл халҡы үҙе етештергән продукция менән һатыу итеп кенә ҡалманылар, Юнысбаева Шәһиҙә Бәғәҙәт ҡыҙы хуш еҫле самауыр сәйе менән ауыл халҡын һыйланы. Шулай уҡ Иҫәнова Венера Шәрифулла ҡыҙы Республика көнөнә арнап матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу ойошторҙо. Сара барышында күсмә китап күргәҙмәһе булдырылды һәм халыҡ таланттары үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы, викторина һорауҙарына яуап биреп тәмлекәстәр менән һыйланды.