МХО яугирына арналған «Герой бейеүе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә Еңеү яуланы
МХО яугирына арналған «Герой бейеүе» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә Еңеү яуланы Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Герой бейеүе» документаль фильмы Мәскәүҙә һәм Сочиҙа уҙған Владимир Меньшов исемендәге XXI «Бергә еңдек» халыҡ-ара кинофестивалендә юғары баһаға лайыҡ булды. Кинокартина «Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге» темаһына иң яҡшы фильм» номинацияһында маҡтаулы диплом менән бүләкләнде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был документаль фильм Сибай концерт-театр берекмәһе артисы, талантлы бейеүсе Илнар Хәтмуллинға арналған. Егеткә 23 йәш кенә була — ул махсус хәрби операция биләмәһендә үҙенең хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған. Был юғары награда — Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡорбан булған яҡташыбыҙҙың яҡты хәтеренә ҙур ихтирам билдәһе. Геройҙарыбыҙ иҫтәлеге мәңгелек!