🏅Батырҙарға ла ял кәрәк!
🏅Батырҙарға ла ял кәрәк! Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында ҡыуаныслы ваҡиға: Вәлиәхмәт һәм Гөлһыйан Исҡужиндарҙың «Спутник» позывнойлы улдары һәм «Самурай» исемле ейәне, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәр, ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Ата- әсәгә ҡәҙерлеләрен яуҙан көтөп алыуы — иң ҙур бәхет, бүләк. Улы һәм ейәне бер юлы ҡайтыуы икеләтә ҡыуаныс!!! Өйҙә уларҙы һәр саҡ өҙөлөп көткән ҡатындары, балалары, апай- һеңлеләре бар. Ә Йәнтеш ауылы бер хәбәрҙе алғас та яугирҙең тыуып үҫкән йорто алдына ҡаршы алырға сыҡты. Класташтары, йәшлек дуҫтары, туғандары менән хәтирәләр менән уртаҡлашып, ҡыуаныстан хатта илашып та алды. Батырҙарға ла ял кәрәк! #КультурадляСВОих #Встреча_Друзей #СВО #2026 #ҡоролтай #Янтышевский_СДК #Антинганский_Сельсовет #Хайбуллинский_район. #Трезвое_село_Янтышево #Айыҡ_Йәнтеш_ауылы #ТрезвоеСело2026