Сибай ҡалаһында «Урал Аръяғы-2026» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә.
Сибай ҡалаһында «Урал Аръяғы-2026» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтә. Иҡтисади форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге һәм Көньяҡ Африка, Конго республикаһы, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының төп темаһы - Еңеү иҡтисадын үҫтереү. Шулай уҡ тап кисә Сибай ҡалаһына «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» дәрәжәһе бирелде. Республикала Өфөнән һуң икенсе ҡала ошондай исемгә лайыҡ булды. Сибай элек электән башҡорт милли ювелир изделиелары һәм ташты художестволы эшкәртеү үҙәге булараҡ танылған. Был юғары статус урындағы халыҡ кәсептәрен донъя кимәлендә таныта. Фото һәм мәғлүмәт "Ашҡаҙар - моңло радио"төркөмөнән