Кисә Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Ҡала көнөнә һәм " Урал аръяғы -2026" Бө...
Кисә Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров Ҡала көнөнә һәм " Урал аръяғы -2026" Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуй барышындағы байрам концертында тантаналы рәүештә хөкүмәт наградаларын һәм почет грамоталары тапшырҙы. Сибай концерт-театр берекмәһенең йырсыһы Зәбирә Рәүеф ҡыҙы Әминева ошо бәхетлеләр иҫәбенән - ул "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды! Ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ🎉 Яңынан-яны үрҙәргә артылырға яҙһын, ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм һүрелмәҫ дәрт теләйбеҙ!