🫒🥭🍓🥒🫑🌶️🥦🥬🧄🧅🍒🍓🫐Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Гәүһәр Базикова— ысын кон...
🫒🥭🍓🥒🫑🌶️🥦🥬🧄🧅🍒🍓🫐Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Гәүһәр Базикова— ысын консервалау оҫтаһы. Йәй буйы баҡсаһында үҫтергән ҡыяр, помидор, борос, ҡабаҡ һәм башҡа йәшелсә-емештәрҙе банкаларға тултыра. Шул рәүешле уңған ҡатын ҡышҡа төрлө салаттар, тоҙло ҡыяр, помидорҙар, ҡайнатмалар әҙерләй. Эшен күңелен биреп, таҙа итеп башҡара, шуға күрә лә банкалағы ризыҡтары оҙаҡ һаҡлана һәм бик тәмле була. Ҡыш көнө балалары һәм ейәнсәрҙәре уның тәмлекәстәрен асып ашап кинәнә, күңелле йәйҙе иҫкә төшөрә. Консервалау — ул ҙур сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап иткән эш. Гәүһәр Базикованың оҫталығы менән ауылдаштары һоҡлана. #Воспитание_В_культуре #АуылымУңғандары #2026 #ҡоролтай #Янтышевский_СДК #Антинганский_Сельсовет #Хайбуллинский_район. #Трезвое_село_Янтышево #Айыҡ_Йәнтеш_ауылы #ТрезвоеСело2026 #АйыҡАуыл2026 #БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайыДеревня_Янтышево