💔"Апай, сәләм! Ялға ҡайтҡас, Өфөгә студияға килеп, бергәләп йыр яҙҙырырбыҙ..."
💔"Апай, сәләм! Ялға ҡайтҡас, Өфөгә студияға килеп, бергәләп йыр яҙҙырырбыҙ..." Билдәле йырсы Гөлсөм Бикбулатова МХО-ла һәләк булған ҡустыһы Альберт Бикбулатовҡа бағышлап йыр яҙҙырған. "Ҡолағымда һинең тауышың яңғырай, ҡустым... Көн дә телефон аша һөйләшеп, һүҙҙәребеҙ бөтмәй ине бит, туғаным. Ошо йырҙы бергәләп яҙҙырырбыҙ тип хыялландың, әҙерләндең. "Ҡайтырмын, апай!" тинең... Ләкин аяуһыҙ яҙмыш беҙ уйлағанса булманы, бергә йырларға яҙманы... Йөрәктәге яраларҙы һәм һағышты бер ниндәй һүҙҙәр менән аңлатып булмай! Һин ысын батырлыҡ өлгөһө, командир булдың. Йылайыр районының Юлдыбай ауылында тыуып үҫкән Альберт мотоуҡсылар батальонында миномет батареяһы командиры булып хеҙмәт итте. "Батырлыҡ өсөн", генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнде. Һин йәшәйһең! Беҙҙең өсөн, минең өсөн мәңге тере! Яҡты иҫтәлегең күңел түрендә һаҡланыр. Һағынабыҙ!!! Йән өшөткөс һағышты баҫырҙай йыр өсөн Юныс Миңлемөхәмәтовҡа, Рәлим Замановҡа рәхмәт! Ҡустым Альберт Бикбулатовтың рухы шатланһын өсөн йырлармын!", - тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.