🌺Ҡотлайбыҙ!
🌺Ҡотлайбыҙ! Республика сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле балаларҙы дистанцион уҡытыу үҙәге Сибай филиалының башланғыс кластар уҡытыусыһы Айгөл Нурмөхәмәт ҡыҙы ҒАФАРОВА «Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы» маҡтаулы исеменә лайыҡ булды. Айгөл Нурмөхәмәт ҡыҙы — уҡытыусы ғына түгел, ә насар күреүсе һәм һуҡыр балаларҙы уҡытҡан белгес тә. Бындай эш ҙур түҙемлек һәм һиҙгерлек талап итә. Айгөл Нурмөхәмәт ҡыҙы балаларға хәреф танырға ярҙам итә, үҙ көстәренә ышаныстарын арттыра, үҙаллылыҡҡа өйрәтә, физик мөмкинлеге сикле уҡыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итә.