Иҫәнлектәр һорайым яҡындарға,
Иҫәнлектәр һорайым яҡындарға, Сәләмәтлек һорайым, Хоҙайым. Фәрештәләр һаҡлап торһа ине, Ҡанат йәйеп йөрөр юлдарын. Тыныс көндәр,яҡты төндәр Булһа ине насип һәр көндә Борсоу-хәсрәт,һағыш,хафаланыу- Урап уҙһа ине һәр кемде! Эй,Хоҙайым,хәүеф-хәтәрҙәрҙән Һаҡлай күрһәң ине һин беҙҙе! Рәнйетмәйсә йәшәй алһаҡ ине Яҡындарҙы,күрше,дуҫ-иште. 🤲Лилиә Саттарова