ЫШАНЫСЛЫРАҠ ИТӘСӘК 5️⃣ НӘМӘ:
ЫШАНЫСЛЫРАҠ ИТӘСӘК 5️⃣ НӘМӘ: 1. Матур кейенеү өсөн сәбәп көтмәгеҙ. Һеҙ үҙегеҙ — етерлек сәбәп. Минеңсә, байлыҡ әйберҙәрҙән түгел, ә һәр көн үҙең өсөн иң яҡшыһын һайлау ғәҙәтенән башлана. Хатта, алда ябай ғына көн булһа ла. 2. Йоҡо, спорт, дөрөҫ ултырыу, дөрөҫ туҡланыу. Тән көслө һәм сыҙамлы булғанда — һин башҡаса баҫаһың, һөйләйһең, хәрәкәт итәһең. Ышаныс — ул шул иҫәптән физик торошоң да. 3. Үҙеңә бәләкәй генә вәғәҙәләрҙе тот. Әйттең — эшләнең. Хатта, был 20 минут эш йәки күнекмә булһа ла. Үҙ-үҙеңде хөрмәтләү — ышаныстың нигеҙе. 4. Аҡрыныраҡ һөйлә. Ышаныслы кешеләр ашығып һөйләмәй һәм үҙҙәрен аҡламай. Паузалар яһа. Күҙгә ҡара. Был ҡабул итеүҙе үҙгәртә. 5. Ниндәйҙер бер оҫталығыңды үҫтер. Бер өлкәне һайла һәм унда көслө бул. Ышаныс компетентлыҡтан үҫә, ә аффирмацияларҙан түгел. © Лилиә Рах ✨