Үҙеңдән башҡа әүлиәме?
Үҙеңдән башҡа әүлиәме? "Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел"ти халыҡ аҡылы. Үҙеңдән башҡаларға барыһы ла — алаһы ла, ҡолаһы ла, изге кеше лә, яуызы ла, йыуашы ла, уҫалы ла инә. Тәүҙә был әйтемде ҡабул итә алмай йөрөнөм. Яңыраҡ яуапты таптым: "Һин кемделер күрә алмаҫҡа ла мөмкинһең, әммә ундағы Хоҙай нурын яратырға бурыслыһың..."тиелгәйне бер яҙмала. Тимәк насар кешене Ул беҙгә ғибрәт алып, насар, яуыз булмаҫ өсөн һабаҡ итеп ебәрә. Әммә ундай кешене бер нисек тә әүлиә тип атағы килмәй шул. Шулай ҙа һабаҡ биргәс, әүлиәлер инде. Ошо урында Рауил Бикбаевтың шиғыр юлдары иҫкә төшә: Тел осомда саҡ-саҡ тотҡанымда Ҡай берәүгә рәнйеү һүҙемде, Ишетәмен күңелем өндәшкәнен: —Үҙеңде бел тәүҙә, үҙеңде... ...Үҙем кемгә ғибрәт итеп ебәрелдем икән? "Мең дә бер күҙәтеүем"яҙмаларынан 1099-сы күҙәтеү