АТАЙЫБЫҘ БЕҘГӘ АТАЙ ҘА, ӘСӘЙ ҘӘ...
АТАЙЫБЫҘ БЕҘГӘ АТАЙ ҘА, ӘСӘЙ ҘӘ... Мин үҙемдең иң ҡәҙерле, иң яҡын кешем - атайым Нурғәлин Юнир тураһында һүҙ яҙырға теләйем. Атайым Баймаҡ районының Һәмән ауылында тыуып үҫкән. Ул әле лә үҙенең тыуған йортонда, тыуған ерендә донъя көтә. Ғүмер буйы ул еренән, һауаһынан айырылмай йәшәй. Тыуған тупрағы уға көс һәм дәрт өҫтәй. Атайымдың хеҙмәт юлы бик бай. Элек ул комбайнда эшләгән. Ә йәш сағында ул Сибай институтында һәм ҡунаҡханала ағас эштәре оҫтаһы, йәғни плотник булып эшләгән. Шулай уҡ Силәбе өлкәһендә мрамор эшләй торған урында ла хеҙмәт иткән. Ул йылдар уның күңелендә мәңгелек иҫтәлек булып ҡалған. Әлеге ваҡытта ул үҙмәшғүл - таксист булып эшләй, кешеләрҙе йөрөтә, юлдарында юлдаш була. Ҡайһы берҙә ул беҙгә үҙенең элекке хеҙмәте, комбайнда үткәргән көндәре тураһында һөйләй, ә беҙ уны йотлоғоп тыңлайбыҙ. Атайымдың характеры - алтын! Ул бик аҡыллы, түҙемле, үҙ һүҙендә тора белгән кеше. Уйҙарын тураһын әйтә белә, ялғанды яратмай. Беҙҙе һәр саҡ намыҫлы, тәртипле итеп тәрбиәләне. Ул «балларым» тип өҙөлөп тора. Был һүҙҙә уның бөтә йөрәге ята. Атайым беҙҙе бик ярата, гел беҙҙең хаҡта уйлай. Ике баланы яңғыҙы көтөп, аяҡҡа баҫтырҙы. Ул беҙгә әсәй ҙә, атай ҙа. Ҡустым мәктәпте тамамлап, хәҙер колледжда уҡый. Ә мин 11-се класты көмөш миҙалға бөтөп, юғары уҡыу йортонда 2-се курста белем алам. Был уңыштарҙың барыһы ла атайымдың хеҙмәте, уның биргән тәрбиәһе һәм күрһәткән юлы арҡаһында. Бала саҡтан иң матур хәтирәм ул атайым менән кискеһен урам алдында ҡояш байыуына ҡарап һөйләшеүҙәр. Ул миңә үҙенең бала сағы тураһында һөйләй ине. Беҙ төрлө темаларға әңгәмә ҡора торғайныҡ. Ә Яңы йыл кисендә бергәләп фильмдар ҡарау минең өсөн иң йылы, иң ҡәҙерле мәлдәрҙең береһе. Атайым, һиңә иң изге теләктәремде еткерәм. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон һәм бәхетле ғүмер теләйем. Йөҙөңдән йылмайыу ҡалмаһын, күңелең һәр ваҡыт тыныс булһын. Беҙҙең уңыштарыбыҙҙы күреп, беҙҙең менән ғорурланып йәшә. Олатай булып, ейәндәреңде ҡосаҡлап ултырыр көндәрең дә алда булһын. Һинең барлығың беҙҙең өсөн иң ҙур бәхет. Һине бик яратабыҙ! ЭЛЬВИНА НУРҒӘЛИНА.