❓ Башҡорт архитектураһы ниндәй?
❓ Башҡорт архитектураһы ниндәй? ✅ Был һорауға яуапты билдәле ғалим-этнограф Светлана Шитованың "Башҡорт ауылдарында архитектура биҙәктәре тарихы" тигән китабында табырға мөмкин. 🔥 Бөтә донъя архитектура көнөндә башҡорт архитектураһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт беләйек. 🔹 Был хеҙмәтендә ул айырыуса тәҙрә ҡапҡастарына ҙур иғтибар бүлә: башҡорттар йәшәгән төбәктәрҙе 8 районға бүлеп, һәр береһенә хас үҙенсәлектәрҙе, биҙәк төрҙәрен тасуирлай. 🔹 Мал аҫрап йәшәгән райондарҙа киң урындыҡтар йорттоң урамға ҡарап торған яғында урынлашҡан һәм тәҙрә уйымы тәпәш итеп эшләнгән. 💢 Урал аръяғының көнсығышын өйрәнгән Д.П. Никольский мәғлүмәттәренә ярашлы, тәҙрә тупһаһы менән иҙән араһы ярты метрҙан да артмаған. 🔹 Ҡунаҡ бүлмәһендәге тәҙрәләрҙе шулай түбән уйыу осрағын 1909 йылда Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡол ауылында венгр ғалимы Дьюла Месарош фотоға төшөрөп алған. Унда урындыҡ булмаған, иҙәнгә келәмдәр түшәлгән. 🔹 Төрлө яҡтарҙа тәҙрәләр төрлө бейеклектә урынлашҡан. Көньяҡ райондарҙа өйгә тәҙрә аша тыштан ҡарап булған. 🔹 Таулы яҡтарҙа, айырыуса Башҡортостандың төньяғында, йорт аҫтында мөгәрәптәр эшләнгән булһа, тәҙрәләр бураның 5-6-сы ниргәһенә (венец) уйылған. 💯 "Башҡорт ауылдарындағы яңы йорттарҙа биҙәк төрҙәренең сиге юҡ кеүек тойола. Йыш ҡына боронғо йорттарға ҡарап һырланған өлгөләрҙе лә осратырға мөмкин. Иң камил эшләнгән һырлы биҙәктәрҙең төрҙәре төрлө ерҙәргә таралған. «Йүгергән һыуһарҙар» мотивы менән биҙәлгән тәҙрә баштары Ағиҙел ағымының уртаһында (Иглин, Архангел райондары) ғына түгел, ә Ағиҙел йылғаһының һул ярында (Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы райондары), шулай уҡ күпкә көнсығыштараҡ — Инйәр бассейнында ла осрай. Элек Ишембай районы өсөн хас булған тәҙрә ҡашағаларындағы уйыу өлгөләре Бөрйән, Мәләүез, Стәрлетамаҡ райондарында ла танылыу алған", - тип яҙа Светлана Шитова. 📍 Йорт төҙөһәгеҙ, ошо һылтанма буйынса күсеп, боронғо өлгөләргә ҡарап илһам алығыҙ.