📌 "Башҡортса һүҙ уйыны" - бушлай онлайн-тренажёр эшләгәндәр!
📌 "Башҡортса һүҙ уйыны" - бушлай онлайн-тренажёр эшләгәндәр! Уны АйнаТекст проекты эшләгән. Уйын бик ябай - башҡортса һүҙҙе бирелгән 4 тармаҡтың ҡайһыһына мөнәсәбәтле булыуын билдәләргә кәрәк. Уны смартфонда йәки интерактив таҡтала уйнатыуы уңайлы. 💢 Уҡытыусы өсөн файҙаһы күп, ти эшләүселәр: 🔹 500-ҙән ашыу һүҙ һәм 90-ға яҡын тема («Ғаилә»нән алып «Башҡорт ырыуҙары» һәм «Башҡортостан райондары»на тиклем). 🔹 биш минутлыҡ уйын: дәрес башында телде асыу (разминка) йәки аҙағында теманы нығытыу өсөн шәп тренажер. 🔹 артыҡ мәшәҡәтһеҙ: күсереп алырға ла, теркәлергә лә кәрәкмәй, реклама ла юҡ. "Дәрестәрҙә ҡулланығыҙ, ата-әсәләр чатына ебәрегеҙ һәм үҙегеҙ ҙә уйнап ҡарағыҙ! Һәр кимәл аҙағында дәртләндереүсе «Афарин!» 🎉 көтә", - тип яҙған Рөстәм Нурыев. 📍 Уйнау өсөн һылтанма аша күсеү ҙә етә: https://aynatext.ru/games/bashkir-solitaire/