УҠЫТЫУСЫ
УҠЫТЫУСЫ Уҡытыусы – Һыу ҡойоусы Гөл-сәскәләй үҫкән йөрәккә. Хеҙмәт өсөн рәхмәт көтмәй Һәм ҡыҙыҡмай исем-шөһрәткә. Уҡытыусы – Уҡ атыусы Наҙанлыҡҡа, хурлыҡ, золомға. Бейек үрҙәр яулаһаң да, Маяҡ булып ҡала юлыңда. Уҡытыусы – Ҡот тотоусы Тыуған ере, гәзиз илендә. Ил бәхете, ил ҡеүәте – Уҡытыусы биргән белемдә! Мөнир ИҠСАНОВ. 💐 Аҙнаны иң күркәм байрамдан - Уҡытыусы көнөнән башлайбыҙ быйыл. Һөнәри байрамығыҙ менән тәбрикләп, оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. ✅ Үҙегеҙҙең уҡытыусығыҙ тураһында ошонда комментарийҙарҙа яҙығыҙ, ҡотлау һүҙҙәрен еткерегеҙ!