📌 "Йәйләү"ҙәр һаны артасаҡ!
📌 "Йәйләү"ҙәр һаны артасаҡ! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров йәш туған тел уҡытыусылары менән осрашыуҙа был хаҡта ышаныслы итеп: "Мотлаҡ арттырасаҡбыҙ" , - тине. Был мәсьәләне Өфө ҡалаһының 5-се лицейы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Һәргәева күтәреп сыҡты. Ул башҡорт телен башланғыс кластарҙа дәүләт теле булараҡ уҡыта. Балаларға телле өйрәтеү өсөн "Йәйләү" кеүек лагерҙар бик мөһим, ти.
123 просмотров