📌Йомабай Иҫәнбаевтың Париждағы сығышын тыңлағандар.
📌Йомабай Иҫәнбаевтың Париждағы сығышын тыңлағандар. Был үҙенсәлекле мөмкинлек "Ҡурай: актуаль йүнәлештәр һәм тикшеренеү практикалары перспективалары" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыусыларға тәтегән. Сара Ҡурай көнөнә һәм Йомабай Иҫәнбаевтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналды. 🔹 Унда Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы, Мәскәү, Ханты-Манси автономиялы округы, Марий Эл Республикаһы һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәренән фольклорсылар, мәҙәниәт учреждениелары педагогтары һәм етәкселәре, ансамблдәрҙә уйнаған һәм яңғыҙ ҡурайсылар ҡатнашҡан. 💯 "Ҡурай беҙҙең өсөн ябай ғына башҡорт халыҡ музыка ҡоралы түгел, ул – беҙҙең хазинабыҙ. Традицияларҙы һаҡлап ҡалған оҫта ҡурайсыларыбыҙға һәм бөгөн был сәнғәтте үҙләштергән йәш музыканттарға рәхмәтлебеҙ", – тип билдәләне БР мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнур Шәйхисламов. Сараның әһәмиәтен Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Илмир Ҡотоев та юғары баһаланы. 🔹 Ғилми сарала Йомабай Иҫәнбаев шәхесе тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, БР Милли архивының баҫмалар бүлеге етәксеһе Азат Ярмуллин һөйләгән. Нәҡ улар 2024 йылда атаҡлы ҡурайсыға арналған китап авторҙары булған. 🔹 Һәр сығыш яһаусы ҡыҙыҡлы мәғлүмәт һәм мөһим мәсьәләләрҙе асырға ынтылған. Унда балаларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү, йәштәр менән эшләү, ҡурай уйнауҙың боронғо традицияларын һаҡлау, замандаштар араһында популярлаштырыу кеүек мәсьәләләр күтәрелгән. 🔹 Марат Тулыбаев "Уйын ҡоралын яһағанда ҡурайҙың цифралы акустикаһы" тигән доклад яһаған һәм "ҡурай калькуляторы"н тәҡдим иткән. 🔥 Әйткәндәй, сара барышында Башҡортостан Республикаһы Ҡурайсылар союзының почетлы наградаһы - Йомабай Иҫәнбаев исемендәге миҙалдың макеты буйынса ла фекер алышыу ойошторолған. 🔹 Ҡурайсылар союзына 16 яңы ағза ҡабул ителгән. 🔥 Шулай ҙа сараның иң иҫтә ҡалырлыҡ мәле 1925 йылда Парижда үткән халыҡ-ара күргәҙмәлә Йомабай Иҫәнбаев башҡарған көйҙәрҙе тыңлау булғандыр. Был үҙенсәлекле яҙманы Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Салауат Кирәев сығышында яңғыратҡан.