📌 2026 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булыусылар аталды.
📌 2026 йылда Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына лайыҡ булыусылар аталды. Ҡарар Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы комиссия тәҡдиме буйынса ҡабул ителгән. Был турала указға Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған, тип хәбәр итә "Башинформ". 📍 Наградаға лайыҡ булғандар: 🔹 Рим Хәсәнов, Башҡортостандың халыҡ артисы - милли йыр сәнғәтен үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн; 🔹 Рөстәм Хәкимов, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында башҡорт труппаһының баш режиссеры менән Мөнир Ҡунафин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы - "Бер ғүмер етмәй икән" спектакле өсөн; 🔹 Илшат Фәхертдинов, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залының баш режиссеры - ҙур саралар ойоштороуға тос өлөш индергән өсөн; 🔹 Владимир Лобанов, Рөстәм Хәсәнов, Фирдант Нуриәхмәтов, Илгиз Фәйзуллин - "41-ҙең арбалы ҡатындары" һәйкәлен эшләгән өсөн. Йылдағыса, дәүләт премияларын тапшырыу тантанаһы Республика көнөнә арналасаҡ.