❓ ҠАЙҘА, ҠАСАН, НИМӘ?
❓ ҠАЙҘА, ҠАСАН, НИМӘ? ✅ Республика көнөнә арналған байрам сараларына рәхим итегеҙ! ⚡ 9 октябрҙә: 📍Өфөләге Ленин исемендәге паркты асыу тантанаһы. Башлана сәғәт 19:00. Инеү бушлай. Ҡала халҡы өсөн ZAINETDIN, Илдар Абдуллин, Наҙгөл Отузова һәм башҡа бик сағыу артистар сығыш яһаясаҡ. 🔥 Хедлайнер - IOWA төркөмө. 📍Тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты. "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үтә. Ошонда уҡ БР Милли музейының күргәҙмәләре урынлашасаҡ. 📍Башҡортостан Ҡурайсылар дәүләт ансамбленең концерты. "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы, сәғәт 19:00. 📍 Шиғриәт байрамы - тыуған яҡ һәм Республика көнөнә арналған шиғырҙар яңғыраясаҡ. БР Яҙыусылар союзы бинаһында, сәғәт 14:00. 📍 Музейҙар эшмәкәрлегенән: Ш. Хоҙайбирҙин һәм М. Ғафури йорт-музейҙарында Булат Йосоповтың "Беренсе Республика" фильмын күрһәтәләр. Альбанов музейында "Ғорурланам һинең менән, Башҡортостан!" тигән дәрес үтә. Ленин йорт-музейында "Автономиянан суверенитетҡа: Башҡортостан юлы" лекцияһы, Йоматау этнография музейында "Милли кейемдә - халҡым мираҫы" лекциялары үтә. 📍 БР Милли китапханаһында "Сәскә ат, Башҡортостан" музыкаль-шиғри осрашыу үтә. 📍 Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры "Әкиәт иле Башҡортостан" тигән урамда яҡтылыҡ тамашаһын күрһәтә. Спектаклде кис, ҡараңғы төшкәс күрһәтәләр. Бында ҡала халҡы Урал батыр, Һомай менән танышасаҡ, урман йәнлектәрен осратасаҡ. 📍 "Халҡым йырҙары" - башҡорт халҡының оҙон көйҙәре ҡурай моңона үрелеп яңғыраясаҡ. Концерт Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үтә. ⚡ 10 октябрҙә: 📍 "Алға, Башҡортостан!" - БР Милли музейында мәҙәни сара үтә. Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, мауыҡтырғыс уйындар көтә. 📍 "Уйнаһын ғына ҡурайым, тынмаһын туған телем" - Стәрлетамаҡ филармонияһында "Ашҡаҙар" төркөмө концерт ҡуя. Стәрлетамаҡ ҡалаһы, сәғәт 18:00. 📍 "Сыңрау торна" - Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры. ⚡ 11 октябрҙә: 📍 Наҙгөл һәм Артур Хисамовтар М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында концерт ҡуя. 📍"Ҡарт Шихан хикәйәләре" - Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә музыкаль-әҙәби лекторий. Ололарға ла, балаларға ла ҡыҙыҡ тамаша буласаҡ. Стәрлетамаҡ ҡалаһы, сәғәт 12:00. 📍 Өфө ҡалаһы парктарында байрам саралары сәғәт көндөҙгө 12-лә башлана. Аксаков баҡсаһы, "Дим", "Беренсе май", "Ҡашҡаҙан", "Тулҡын" парктарында, С. Орджоникидзе майҙаны һәм Якутов исемендәге паркта төрлө әүҙемлектәр, концерт үткәрелә. 📍 "Тиҙ башмаҡтар 2026" ("Быстые башмачки") - сәғәт 11-ҙә Урмансылар паркында тиҙ йөрөү буйынса ярыш башлана. ✅ Башҡортостандың һәр район-ҡалаһында, ауыл биләмәләрендә Республика көнөнә арналған саралар ойоштороласаҡ. Улар тураһында урындағы ойошмалар сайтында тулыраҡ белергә була.