🛑Рәсәйҙә вейпты тулыһынса тыйырға тәҡдим итәләр — 3 октября 2026 г. в 15:18:23.210
🛑Рәсәйҙә вейпты тулыһынса тыйырға тәҡдим итәләр Ошо туралағы закон проекты тейешле ведомстволарға ебәрелгән дә инде. 🛑Башланғыс Рәсәй территорияһында электрон тәмәке етештереүҙе, индереүҙе һәм һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы күҙ уңында тота. Документ Финанстар һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына ебәрелгән. 🛑Закон проекты авторҙары билдәләүенсә, ғәмәлдәге төбәк саралары тейешле һөҙөмтә бирмәй, сөнки ҡулланыусылар продукцияны күрше төбәктәрҙә һатып алырға ла мөмкин. Төп проблема — электрон тәмәкеләрҙең бәлиғ булмағандар араһында киң таралыуы: 2023–2024 йылдар статистикаһы буйынса, һәр өсөнсө үҫмер вейптарҙы ҡулланып ҡараған. 📍Фото: нейроселтәрҙән.