Саң-саңҡ итеп салғы яный — 6 июля 2026 г. в 07:50:32.922
Саң-саңҡ итеп салғы яный Егет һыу буйҙарында... Йылайыр районының Ҡашҡар һәм Ҡәнзәфәр ауылы биләмәләре икенсе йыл рәттән инде "Бесән туйы" тип аталған матур ярыш үткәрәләр. Был матур байрамда бесән сабыу ярышы ғына түгел төрлө конкурстар үткәрелә. Быйыл ярыш Яңы Яҡуп ауылы янындағы Таллыҡ буйында үтте. Хатта Баймаҡ, Әбйәлил райондарынан да ҡатнашыусылар булды. Яланға матур тирмә ҡороп, ҡыуыштар эшләп ҡуйылғайны. Сарала бесән сабыуҙан башҡа айран эшләү, сөсө икмәк бешереү, таған ҡатып сәй ҡайнатыу, салғы һаплау, бесән мәле тураһында шиғыр яҙыу буйынса ярыштар, бынан тыш балалар өсөн дә төрлө уйындар үткәрелде. Матур байрамда район хакимиәте башлығы, ҙур ҡунағыбыҙ – Өфө ҡалаһынан депутатыбыҙ Зариф Байғусҡаров та ҡатнашты. Бала саҡта ҡул салғылары менән бесән эшләгән мәлдәрен иҫкә төшөрөп, ҡолас ташлап бесән саптылар. Иң өлкән бесән сабыусы - Йомағужа ауылынан 92 йәшлек Ҡолғарина Шәмсинур инәй булды. Ғүмер буйы эш башҡарған ҡулдары менән салғыны ышаныслы тотоп, йәштәр менән бер рәттән дәртләнеп бесән сапты ул... Илүзә Ҡудашева

