Алтынсы ҡағиҙә - арҡа һәм эс өсөн күнегеү. Кацудзо Нишиҙың Сәләмәтлек системаһының алты... — 28 августа 2026 г. в 06:56:50.203
Алтынсы ҡағиҙә - арҡа һәм эс өсөн күнегеү. Кацудзо Нишиҙың Сәләмәтлек системаһының алтынсы ҡағиҙәһендә арҡа һәм эстең хәрәкәте үҙ-үҙеңде инандырыу менән бергә бара. Күнегеү симпатик һәм парасимпатик нервылар системаларының эшмәкәрлеген, организмдың кислота-һелте балансын тергеҙә һәм сәләмәтлеккә көйләй. Тубыҡланып ултырығыҙ, тазығыҙ үксәләрегеҙгә, табанығыҙға тейеп торһон. Тигеҙлекте ҡоймос һөйәгендә тотоп, умыртҡалыҡты турайтығыҙ. Ара күнегеүе. Уны һәр алты әҙерлек күнегеүенән һуң һәр яҡҡа берәр тапҡыр эшләгеҙ. Ҡулдарығыҙҙы күкрәк тураһында алға һуҙығыҙ. Башығыҙҙы һулға бороғоҙ, ҡулбаш аша ҡоймосоғоҙҙо күрергә тырышығыҙ. Ҡоймос тәңгәлендә апельсин ҙурлығында янып торған алтын шарҙы күҙаллағыҙ һәм уны яйлап ҡына арҡағыҙ буйлап өҫкә күтәрегеҙ, умыртҡалыҡтың һәр умыртҡаһы менән уның яғымлы, шифалы ҡағылыуын тойорға тырышығыҙ. Башығыҙҙы элекке торошона ҡайтарығыҙ һәм шул уҡ күнегеүҙе икенсе яҡҡа эшләгеҙ. Һуңынан ҡулдарығыҙҙы баш өҫтөнә күтәрегеҙ ҙә, шул уҡ күнегеүҙе тиҙ генә яңынан ҡабатлағыҙ. Әҙерлек күнегеүе. Ҡулбаштарығыҙҙы 10 тапҡыр күтәреп төшөрөгөҙ. Башығыҙҙы 10 тапҡыр уңға һәм һулға һалығыҙ. Артабан 10 тапҡыр алға эйегеҙ һәм артҡа ташлағыҙ. Башығыҙҙы артҡа, уң яҡ ҡулбашығыҙға - 10, артҡа, һул яҡ ҡулбашығыҙға 10 тапҡыр һалығыҙ. Башығыҙҙы уңға эйегеҙ, һуңынан яйлап ҡына артҡа, умыртҡалыҡҡа табан әйләндерегеҙ. Икенсе яҡҡа ҡабатлағыҙ. Һәр ҡулбашҡа 10-ар тапҡыр ҡабатлағыҙ. Ҡулығыҙҙы терһәктән тура мөйөш итеп бөгөгөҙ, уларҙы ситкә айырып, йоҙроҡтарығыҙҙы төйнәгеҙ. Эйәгегеҙ түбәгә ҡарап торғанға тиклем башығыҙҙы артҡа ташлағыҙ. Етегә тиклем һанап, терһәктәрегеҙҙе артҡа ебәрегеҙ һәм уларҙы арҡағыҙҙа тоташтырырға тырышығыҙ. Эйәгегеҙҙе түбәгә һуҙығыҙ. Был күнегеүҙе 10 тапҡыр ҡабатлағыҙ. Төп күнегеү. Бер үк ваҡытта эсегеҙ менән алға-артҡа хәрәкәтләнеп, 10 минут унға-һулға сайҡалығыҙ. Күнегеүҙе эшләгәндә эстән генә: "Миңә һәйбәт, һәм көндән-көн яҡшыраҡ буласаҡ. Организмымдың һәр күҙәнәге яңыра. Ҡаным сафлана, таҙара, сәләмәтләнә. Тирем, тамырҙарым һығылмалыға, ныҡлыға әйләнә, һөйәктәрем - нығый, быуындарым - һығылмалана. Барлыҡ системалар һәм ағзалар яҡшы эшләй. Мин сәләмәтерәк, аҡыллыраҡ, изгелеклерәк, үҙемә һәм кешеләргә файҙалыраҡ була барам. Миңә яҡшы һәм көндән-көн яҡшыраҡ буласаҡ", - тип ҡабатлағыҙ. Кацудзо Ниши күнегеүҙәрҙе самурайҙарҙың яратҡан хәҡиҡәтенә һылтанып, бөгөндән башларға кәңәш итә: "Бөгөн һәм иртәгә юҡ. Беҙ бары тик әлеге ваҡытта нимә бар, шуға эйә".

