Дүртенсе ҡағиҙә - капиллярҙар өсөн тирбәлеш. Япон ғалимы кешеләрҙең күпселек сирҙәре ни... — 28 августа 2026 г. в 06:56:37.959
Дүртенсе ҡағиҙә - капиллярҙар өсөн тирбәлеш. Япон ғалимы кешеләрҙең күпселек сирҙәре нигеҙендә капиллярҙарҙың ауырыуы ята, тип һанаған. Тамырҙарҙан иң элек капиллярҙар бысрай башлай. Тимәк, ҡан тәндең һәр күҙәнәгенә барып етә алмай. Капиллярҙарға шундай ауыр эштәрендә нисек ярҙам итергә? Тирбәлдерергә! Иртән һәм кисен! Тирбәлеү ҡулдарҙа һәм аяҡтарҙа, тотош организмда ҡан әйләнешен яҡшырта. Арҡағыҙға ятығыҙ, муйынығыҙҙың аҫтына валик һалығыҙ, ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы өҫкә күтәрегеҙ, табандарығыҙ иҙәнгә параллель булһын. 1-3 минут самаһы ҡулдарығыҙҙы һәм аяҡтарығыҙҙы һелкетегеҙ. Бишенсе күнегеү - "Устарҙы һәм табандарҙы бер-береһенә терәү". Был күнегеү туҡымаларҙың ҡан әйләнешен, мускулдарҙың һәм нервыларҙың, эске ағзаларҙың эшмәкәрлеген яҡшырта. Кацудзо Ниши, уны көн һайын 4 минут башҡарыу ауырлы ҡатындарҙың бала табыу процесын еңелләштерә, тип яҙа. Уның шундай ике пациенты була: береһенә таз һөйәге тар булғанлыҡтан, операция билдәләйҙәр, икенсеһенең балаһы арҡыры ята. Һөҙөмтәлә ике ҡатын да хирургтар ҡатнашлығынан тыш бына тигән итеп бала таба. Әҙерләнеү өлөшө. Арҡағыҙға ятығыҙ, муйынығыҙ аҫтына валик һалығыҙ. Устарығыҙҙы һәм табандарығыҙҙы тоташтырығыҙ, тубыҡтарығыҙҙы ян-яҡҡа ебәрегеҙ. Бармаҡ остары менән бер-береһенә 10 тапҡыр баҫығыҙ. Артабан бармаҡ остары һәм усығыҙ менән 10 тапҡыр бер-береһенә баҫығыҙ. Устарығыҙҙы айырып, уларҙы баш артына ҡуйығыҙ һәм 10 тапҡыр арттан алға битегеҙ аша билегеҙгә тиклем һыпырығыҙ. Бармаҡтар баш яғына ҡарап торорға тейеш. Бармаҡтарығыҙҙы табандар яғына бороп, улар менән сандырҙан кендеккә тиклем 10 тапҡыр һыпырығыҙ. Устарығыҙҙы бергә ҡуйып, ҡулығыҙҙы алға һуҙығыҙ һәм 10 тапҡыр һауаны балта менән ҡырҡҡан кеүек һелтәгеҙ. Ҡулығыҙҙы 10 тапҡыр мөмкин тиклем бейеккәрәк һәм аҫҡараҡ һуҙырға тырышығыҙ. Устарығыҙҙы ашҡаҙан тирәһенә (солнечное сплетение) ҡуйып, бергә ҡуйылған табандарығыҙҙы 10 тапҡыр 1-1,5 табан оҙонлоғонда алға-артҡа хәрәкәтләндерегеҙ. Һуңынан 10-60 тапҡыр умыртҡа һөйәген һуҙырға тырышып, устарығыҙҙы һәм табандарығыҙҙы бер үк ваҡытта хәрәкәтләндерегеҙ. Төп өлөш. Табандарығыҙҙы һәм устарығыҙҙы айырмайынса күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа, ошо позала 10-15 минут ҡалығыҙ. Ҡул бармаҡтарығыҙ түбәгә ҡарап торорға тейеш.

