Был системаға тиң дауа юҡ. Ышанмаһығыҙ, үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ. Һөҙөмтә шунда уҡ күренә. ... — 28 августа 2026 г. в 06:55:52.591
Был системаға тиң дауа юҡ. Ышанмаһығыҙ, үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ. Һөҙөмтә шунда уҡ күренә. Көн һайын көсөгөҙ артҡанды тойорһоғоҙ. Әгәр көнөнә ике тапҡыр - иртән һәм кис башҡарһағыҙ, 10 көндән һуң проблемаларығыҙ юҡҡа сығыр. Бер ниндәй сығымдар ҙа, дарыуҙар ҙа кәрәкмәй, ҡулланыуға сикләүҙәр, тыйыуҙар юҡ. Был система тәү сиратта рәсми медицина баш тартҡан, түшәктә ятҡан, сирҙәре хроник йәки дауалап булмаҫлыҡ тигән мөһөр һуғылған кешеләр өсөн - Ошо системаға нигеҙ һалыусы япон Кацудзо Ниши ауырыуҙарынан ғына ҡотолоп ҡалмаған, ә йәшлекте оҙайтыусы сәләмәтлек системаһын эшләгән. Уның нигеҙендә алты ҡағиҙә ята һәм улар һәр кем эшләй алырлыҡ, һәр кем өсөн һөҙөмтәле. Үҙегеҙҙең хәҡиҡәтегеҙ сығанағын табығыҙ һәм әлегә тиклем ҡараңғы, буталсыҡ булып тойолған донъя яҡтыға, сағыуға әйләнер, унда ауырлыҡтарҙың һәм проблемаларҙың йәшерен лабиринттары түгел, ә сәләмәтлек һәм шатлыҡ ҡына булыр. Нишиҙың барлыҡ "алтын" күнекмәләрен шәрә килеш эшләргә кәрәк. Был тире һәм күҙәнәктәрҙең тын алыуын әүҙемләштерә.

