..."Үкенескә күрә, улығыҙ 10 йыл да йәшәмәҫ", ти табип малайҙың ата-әсәһенә хәсрәтле ҡа... — 28 августа 2026 г. в 06:56:08.623
..."Үкенескә күрә, улығыҙ 10 йыл да йәшәмәҫ", ти табип малайҙың ата-әсәһенә хәсрәтле ҡарап. Атай менән әсәй тын алырға ла ҡурҡып, шымып ҡала. Докторға ышанмаҫҡа бер генә сәбәп тә юҡ - уны Токиола барыһы ла яҡшы белә, берәү ҙә уның һығымталарында шикләнмәй. Әммә был юлы абруйлы белгес хаталана. Юҡ, диагнозда түгел. Эсәктәр туберкулезы һәм үпкәнең өҫкө өлөшөнөң лимфалары ялҡынһыныуы... теләһә кемдең күңелен төшөрөр ине. Әммә ул фараздарында яңылыша. Әле генә хөкөм сығарылған үҫмер 75 йәшкә тиклем йәшәйәсәк, ҙур инженер, профессор буласаҡ һәм үҙенең Сәләмәтлек системаһын эшләп, бөтөн донъяға танылыу яулаясаҡ. Япония Хөкүмәте уға "Милләт ҡаҙанышы" исемен бирәсәк. Әммә был һуңынан, ә әлегә... Әлегә Кацудзо Ниши китаптар уҡый. Медицина, анатомия, физиология, психология, философия буйынса хеҙмәттәрҙе ентекле өйрәнә, төрлө диндәрҙең тәжрибәләрен үҙләштерә. Сәләмәтлек тураһында күпме китап уҡып сыҡты икән ул? Педант япон уларҙың иҫәбен алып бара: 10 меңдән ашыу том. Ниши уларҙы өйрәнә һәм ҡасандыр төрлө илдәрҙә ҡулланылған һауығыу системаһын үҙендә тикшереп ҡарай. Һөҙөмтәлә ул ауырыуын еңеп кенә ҡалмай, нигеҙендә тәбиғәт ҡанундарына ярашлы йәшәү ятҡан система булдыра. Олоғайған көнөдә Ниши: "Сәләмәтлек системаһы мин уйлап тапҡан нәмә түгел, - тип баҫалҡы ғына белдерә. - Бары тик булған ысулдарҙың иң яҡшыларын һәм һөҙөмтәлеләрен генә һайлап алдым. Мин кеше организмын ауырыуҙар күҙлегенән түгел, ә сәләмәтлек яғынан ҡарайым". Ул кешене һәр береһен айырым дауалап булған, бер-береһе менән бәйләнмәгән ағзалар тупланмаһы тип ҡарауҙы абсурд тип һанай. Дарыуҙар терапияһын бөтөнләй инҡар итә. Төп дауа - кешенең үҙендә булған дауалаусы көс икәненә инана. Уларҙы арттырыусы һәм организмдың теләһә ниндәй тайпылышын бөтөрөүсе "мөғжизәле таяҡ" булып Ниши булдырған алты ҡағиҙә тора. Ул ике ҡағиҙәне һәм дүрт күнегеү комплексын үҙ эсенә ала.

