Башҡортостан ҡыҙы Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһына инде — 25 сентября 2026 г. в 08:34:10.207
Башҡортостан ҡыҙы Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһына инде Башҡортостандан Полина Дмитриева Сенегалда уҙасаҡ IV йәйге үҫмерҙәр Олимпия уйындарында Рәсәй исеменән сығыш яһаясаҡ. Команда составын Рәсәйҙең Олимпия комитеты раҫланы. Спортсылар Рәсәй флагы аҫтында, милли символикалы формала сығыш яһаясаҡ, ә еңеү яулаған осраҡта ил гимны яңғыраясаҡ. Уйындар 2026 йылдың 31 октябренән 13 ноябренә тиклем Дакарҙа уҙасаҡ.