🍂🍂Сыуаҡ көҙҙөң әбейе🍂🍂 — 24 сентября 2026 г. в 16:25:51.476
🍂🍂Сыуаҡ көҙҙөң әбейе🍂🍂 Көҙ, хужа булып алған да, Ағасы, ҡыуағына, Ҡыуа ғына күңелемде Әбейҙәр сыуағына. Илһам тирергә саҡырып, Һарурманда тилертә. Өйөрөлгән япраҡ ише Гармунһыҙ ҙа бейетә. Ҡумыҙ сиртеп, таҡмаҡ әйтә: Әйҙә, бейе лә бейе! Тыҡылдатып бейеп йөрөй Сыуаҡ көҙҙөң әбейеме, Әллә кемдең әбейе?! Ситегемде кейеп алһам Тап килеп тора көйө, Бейеге килә, күңелем Түгелеп торған көйө. Тула ла китә шул күңел! Илһам әйтә: Ебемә! Күҙ йәше бер ҙә килешмәй Һин - сыуаҡ әбейемә! Эй, бейенем рәхәтләнеп, Һары япраҡ көйөнә! Әрәм булмаһын көйө лә! Дәрт уянһа, бейетә шул Хатта әбей көйө лә. Миләүшә Ҡыҙрасова