🔥Һайлауҙың икенсе көнө лә “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Рәсәй һәм Башҡортост...
🔥Һайлауҙың икенсе көнө лә “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән асылды. Ойоштороу мәсьәләләрен тикшергәндән һуң журналистар һәм спикерҙар эшкә тотондо. ✍️Матбуғат үҙәгендә иртәнге ҡунаҡтарҙың береһе - “Алға-Патриот” спорт-патриотик үҙәге директоры Ринат Хәбиров. Ул тауыш биреү көндәрендә “Рәхмәт-2026” акцияһын уҙғарыу барышы хаҡында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, акция һайлау участкаларында үҙ ролен уйнай. – Ирекмәндәр әйтеүенсә, участкаларҙа халыҡ күп. Граждандар килә, ташламалы купондар һорай. Акция быйыл да популяр. Был беҙҙең өсөн бик мөһим: 600-ҙән ашыу хужалыҡ итеүсе субъект “Рәхмәт” акцияһында ҡатнаша. Акция өс көн барасаҡ. Шулай уҡ “Рәхмәт" рәсми сайты бар, унда бөтә ташламалар күрһәтелгән, барыһы ла ентекләп яҙылған, – тине ул. ✅Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән. Материал: "Башҡортостан" гәзите #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026