Ололарҙа - олпат аҡыл, — 1 октября 2026 г. в 16:20:38.102
Ололарҙа - олпат аҡыл, Зирәк зиһен, сабырлыҡ. Алтын көҙҙөң булмышында Улар йөҙөн танырлыҡ. Көҙҙәр кеүек көләкәс тә, Нур тулы яҡты ҡараш. Изгелекле йәндәренән Балҡып китә бар тараф. Бер ҡараһаң, борсолоулы, Һағышлы, моңһоу йөҙҙәр. Ҡай сағында бала кеүек Шәмәреп тора күҙҙәр. Күңелдәре лә бик нескә, Кәйефтәре - сабыйҙай. Кескәй генә ауыр һүҙ ҙә Улар йәнен ҡыйырҙай. Яҡшы һүҙ - йән аҙығы бит, Ололайыҡ үҙҙәрен. Ҡәҙер, хөрмәттән нурланһын Ололарҙың йөҙҙәре! (Айзилә Мортаева) Байрам менән🌷🌷🌷