#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал — 3 октября 2026 г. в 05:41:32.812
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал Раушания Мөлөкованан ⁓ Һеҙҙең һорау буйынса😄😋 🍎🍏🍎Алманан иҫ киткес тәмлее бәлеш🍏🍎🍏 Ауыҙҙа иреп кенә торған бындай тәмлекәсте бер тапҡыр бешереп ҡараһағыҙ, яҡындарығыҙ һеҙҙән ҡабат - ҡабат һораясаҡ 😄😍! Ысынлап тороп әйтәм! Шулай итеп, дуҫтарым ошо тәмлекәсте бешерергә эҙерһегеҙме? Әҙер булһағыҙ, әйҙәгеҙ бисмиллалап тотондоҡ эшкә.. Ә беҙгә кәрәк буласаҡ Ҡамыр өсөн: 🍂 1.5 ст он(+ -) 🍂100гр. маргарин йәки аҡ май 🍂100гр. ҡаймаҡ 🍂 4 а.ҡ шәкәр ҡомо 🍂 0,5 с.ҡ аш һеркәһе мн һүндерелгән сода, семтем тоҙ Эслек өсөн: 🍂2 -3 алма 🍂200гр. ҡаймаҡ 🍂4 а.ҡ. шәкәр ҡомо 🍂1а.ҡ. он 🍂1 йомортҡа Йомшарған аҡ май менән ондо ыуабыҙ, ҡаймаҡ ҡушып, шәкәр, һүндерелгән сода, тоҙ һалып йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ ҙа, һыуытҡысҡа ярты сәғ. ҡуйып торабыҙ. Ул арала, эслек әҙерләйбеҙ. Ҡабығынан әрселгән алмаларҙы ярым түңәрәкләп нәҙек кенә итеп киҫәбеҙ. Артабан, ҡаймаҡ, шәкәр, он, йомортҡаны һалып тигеҙ масса булғансы күпертәбеҙ. Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып табаға ситтәрен күтәрә биреберәк йәйәбеҙ. (Ҡул менән йәйһәң яйлыраҡ була). Әҙерләгән алмаларҙы ҡамыр өҫтөнә теҙеп, эслекте ҡамырға ҡойоп 50 мин. мейескә бешерергә ҡуябыҙ. Аштарығыҙ тәмле, өйөгөҙ йәмле, ә кәйефегеҙ көр булһын! 😋 👍👍👍😋