Илһөйәрлек - беҙҙең ҡанға һеңгән.
Илһөйәрлек - беҙҙең ҡанға һеңгән. Ә был бәлки беҙҙең һуңғы төндөр, Яҡташ менән ихлас һөйләшәм. Окоп эсен яҡты нурға сорнап, Янған була, иреп, майлы шәм. Төн уртаһы. Әле ял итәбеҙ, Дары еҫе күккә таралған. Кейгән кейем хатта көйөп бөткән Һәм һөрөмдән йөҙҙәр ҡарайған. Автоматты көйләп, таҙартамын, Яуҙа еңеү һорап, Хоҙайҙан. Алма еҫен һалҡын ел тарата, Янып - көйгән йәнһеҙ туғайҙан. Нисәнсе ай инде, һуғыш тынмай, Ямғыр һыуын йыйған окоптар. Бер сәғәттән ҡабат разведкаға: Әҙерләнәм, ваҡыт шундай тар. Әйтерһең дә яҡты ҡояш нуры, - Окоптағы кескәй, майлы шәм. Һалҡын аҡыл, бөтмәҫ ғәйрәт өҫтәй, Күңелдәргә бирә өмөт, сәм. Илһөйәрлек - беҙҙең ҡанға һеңгән, Мәңге тере - киткән шәһиттәр. ...Оран итеп ошо изге һүҙҙе, - Аңлатырға ине... Ваҡыт тар! Рамай Ҡаһиров