Уҡытыусыларығыҙға тәмле торт бешерегеҙ әле
Уҡытыусыларығыҙға тәмле торт бешерегеҙ әле 3 стакан он 2 стакан шәкәр (әҙерәк тә мөмкин) Ярты стакан какао 1 балғалаҡ тоҙ 2 балғалаҡ сода 1 стакан тулмаған көнбағыш майы 2 аш ҡалағы алма һеркәһе (йәки ярты лимонды һығып һалырға) 2 стакан ҡайнап һыуытылған һыу - бөтәһен болғатып духовкала 30 минут бешерергә". Туңдырылған еләк менән дә биҙәргә була. Төрлө крем менән дә. Гөлдәр Арыҫланова, Хәйбулла районы Йәнтеш мәктәбе уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы