🕌 БӘХЕТ ТЫНЛЫҠ ЯРАТА...
🕌 БӘХЕТ ТЫНЛЫҠ ЯРАТА... Һуңғы ваҡытта өшкөрөүселәрҙең телефон номерҙарын һорап йыш яҙа башланылар. «Хәҙрәт, берәй көслө өшкөрөүсе белмәйһегеҙме йәки үҙегеҙ өшкөрмәйһегеҙме?» — тигән һорауҙар ҙа килә. «Күҙ тейҙеме икән, хәлһеҙлек баҫты, эш бармай. Ғаиләлә лә матур ғына йәшәй инек, ҡапыл бер-беребеҙгә ҡарата мөнәсәбәттәр ныҡ һыуынды. Сәбәбен дә белмәйбеҙ. Нимәнән икән?» — тип мөрәжәғәт итәләр. Күптән түгел генә бер йәш егет шылтыратып, үҙенең борсолоуҙары менән уртаҡлашты, кәңәш һораны. — Ҡатыным менән һигеҙ йыл йәшәйбеҙ, ике ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Бәхетле инек. Һуңғы айҙарҙа ҡатыным талаҡ һорай башланы. Бер ҙә айырылышҡым килмәй, әммә хәҙер уның янына яҡын да килеп булмай — гел талашырға ғына тора. «Мин һине яратмайым, һинең менән бергә булғым килмәй», — тип әллә нимәләр әйтеп бөтөрә. Сәбәбен һораһам: «Үҙем дә әйтә алмайым, мине алыштырып ҡуйған кеүек», — ти. Мин дә шуны һиҙәм: ул ҡапыл бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Был осраҡта беҙгә нимә эшләргә? — тип барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләп бирҙе ул. Һөйләшә торғас, тағы бер нәмә асыҡланды. Уларҙың туғаны булған бер кеше боҙом-сихыр менән дә мауыҡҡылаған һәм был ғаиләнең бәхетенән бик ныҡ көнләшкән икән. — Әллә берәй сихыр яһалдымы икән, тип тә аптырайбыҙ, — тип тамамланы егет һүҙен. Ошо һөйләшеүҙән һуң уйға ҡалдым. Ысынлап та, сит кешегә генә түгел, хатта туғандарыңа ла үҙ бәхетең, яҡшы тормошоң тураһында артыҡ һөйләмәү хәйерлерәк түгелме икән? Сөнки дуҫтар, күршеләр, таныштар араһында ғына түгел, хатта туғандар араһында ла көнләшеү осрай. Әгәр кеше ҡара көнләшеү менән көнләшһә, мәкерле булһа, сихыр-боҙом да эшләп ҡуйыуы ихтимал. «Бәхет тынлыҡ ярата», — тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәйҙер. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көнсөл кешеләргә «ишектәрҙе» ҡайһы саҡта үҙебеҙ үк шар асып ҡуябыҙ. «Ҡарағыҙ, күрегеҙ!» — тигәндәй, ял итергә барғаныбыҙҙы ла, тәбиғәттә ит ҡыҙҙырып ултырғаныбыҙҙы ла, яңы йортҡа күскәнебеҙҙе лә, салондан яңы машина алғаныбыҙҙы ла, хатта ҡосаҡлашып, үбешеп торғаныбыҙҙы ла сторис һәм статустар аша бөтә донъяға күрһәтергә ашығабыҙ. Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе һәр кемгә күрһәтеүҙең үҙебеҙгә үк зыян килтереүе мөмкин икәнен уйлап та ҡарамайбыҙ. Ярай ҙа ҡараған кешеләр ихлас күңелдән һинең өсөн шатланып, доға ҡылып ултырһа... Ә бит араларында: «Бәхет-шатлыҡтары селпәрәмә килһен», — тип насар теләк теләүселәр ҙә булыуы мөмкин. Дөрөҫ аңларға кәрәк: был һүҙҙәрем социаль селтәрҙәргә статус йәки сторис ҡуйыу ярамай, харам тигәнде аңлатмай. Әммә артыҡ маҡтанып, күҙ тейеүгә үҙем үк сәбәпсе булманыммы икән, тип уйлап ҡуйыу ҙа ҡамасауламаҫ. Тәбарани йыйынтығында килтерелгән бер хәҙистә лә: «Ниәтләгән эшегеҙҙе уңышлы тамамлау өсөн уны йәшерегеҙ, сөнки, ысынлап та, һәр ниғмәттең көнләшеүсеһе бар», — тигән мәғәнәләге һүҙҙәр килтерелә. Ҡөрьәндә Раббыбыҙ көнсөл кешенең көнләшеүенән һаҡланыу өсөн Унан ярҙам һорарға өйрәтә: «...һәм көнләшкән саҡта көнсөлдөң яуызлығынан...» 📚 «Фәләҡ» сүрәһе, 5-се аят. Ошо урында Ибн Хазм исемле ғалимдың һүҙҙәрен дә килтереп үтәһем килә. Яҡынса мең йыл элек әйтелгән был һүҙҙәр бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаған. Айырыуса йорттарын, машиналарын, балаларын, ризыҡтарын һәм башҡа ниғмәттәрен фото-видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәргә ҡуйырға яратыусылар өсөн фәһемле булыуы мөмкин. Ул: «Беҙ үҙ мөлкәте менән маҡтанған кешеләрҙе күп күрҙек. Һәм был ҡайһы саҡта көнсөл кешенең яуыз күҙе йәки дошмандарҙың мәкере арҡаһында шул мөлкәттең юғалыуына сәбәп булды. Был ишеккә инеүҙән һаҡланығыҙ. Унда файҙа юҡ», — тигән мәғәнәлә һүҙҙәр ҡалдырған. Шулай булғас, бәлки, беҙгә маҡтаныуҙы кәметергәлер? Бөтә нәмәне лә һөйләп, һәр аҙымыбыҙҙы күрһәтеп бармаҫҡалыр? Беҙ бит фото-видеоларыбыҙҙы кем ҡарағанын белмәйбеҙ. Кешенең күңелен ярып ҡарап булмай: ул беҙҙең өсөн шатланып, доға ҡылыусымы, әллә беҙҙе яратмаған, насарлыҡ теләгән мәкерле кешеме? Бәлки, үҙ бәхетебеҙҙе һәр кемгә күрһәтеүҙе кәметһәк, күҙ тейеү, боҙом һәм сихырҙан да һаҡланыбыраҡ йәшәрбеҙ. Раил Фәйзрахманов "Һаулығым - байлығым" төркөмөнән